Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 19:38

Алғы һыҙыҡҡа 150 банкы башҡорт балы!

Өфөнән Фәрит Әйүпов СВО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙе үҙенең бурысы тип һанай.

Алғы һыҙыҡҡа 150 банкы башҡорт балы!
Алғы һыҙыҡҡа 150 банкы башҡорт балы!

Өфөнән Фәрит Әйүпов Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондарына посылкалар йыйыу иғлан ителеүен белгәс, үҙенең умарталығынан 150 банкы бал килтерә. 

«Беҙҙең бүләктәр фронттағыларға ҙур ярҙам һәм уларҙы өйҙә көтөүҙәренә яҡшы иҫкәрмә булыр», - ти умартасы. 

Фәрит Әйүпов Өфө районының Ленин районында йәшәй. Пенсияға тиклем янғын часы начальнигы булып эшләгән, ә хәҙер үҙенең яратҡан умартасылыҡ эше менән шөғөлләнә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: