Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2022, 07:00

«Күгиҙел Корчагины»

Халыҡсан радиола һәр йәкшәмбе эфирға сыҡҡан «Йәшәү йәме» тапшырыуы ябай хеҙмәт кешеләренең, тормош ауырлыҡтары алдында юғалып ҡалмаған замандаштарыбыҙҙың йәшәйешен яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Йәшәйеш миндә ни өсөндөр һағышлы ғәжәпләнеү тыуҙыра. Бер үк мәлдә тыуып үҫкән төбәгендә кемдеңдер ҡояшы бата, ә кемдеңдер ғүмер ҡояшы сығып килә, берәүҙәр шатлыҡ тулҡынында тирбәлә, бәғзеләр яҙмыштың әсе елдәренә тырышып-тырмашып ҡаршы тора. Сәйер тормош...
Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында йәшәүсе I төркөм инвалиды Шәрифулла Мәүлитов­тың яҙмышы күптәрҙе тет­рән­дерерлек тә, һоҡлан­дырырлыҡ та. Әрмегә тиклем Өфө урман техникумын тамамлаған егет, Хәрби-диңгеҙ флотынан һуң мәктәптә химия уҡытыусыһы  булып  хеҙмәт юлына баҫа.  Юғары белем алыу теләге менән ситтән тороп Башҡорт дәүләт универ­си­тетының химия-биология факультетына уҡырға инә. Уның яҙмышын 180 градусҡа үҙгәрткән күңелһеҙ ваҡиға шул йылдарҙа була.  Дөйөм ятаҡ­тағы аш-һыу бүлмәһенең иҙәне ише­леп, икенсе ҡаттан ҡолап төшә, умыртҡа һөйәген им­гәтә ул. Йылдар дауамында  дауа­ханаларҙа ятыу ҙа ыңғай һөҙөмтә  бирмәй.
Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынауҙы нисек бар шулай ҡабул итә белергә өйрәнә Шәрифулла. Таяныр таяуы – ҡатыны Миләүшә, балалары юл сатында ҡалған саҡта уға йәшәргә көс бирә.  Дистанцион рәүештә көнкүреш кәрәк-ярағын, электрониканы йү­­нә­теүсегә уҡып, үҙе өсөн яңы йүнәлеш аса, яңы һөнәр үҙләштерә.   «Ҡулы эш белгән кеше шөғөлөн дә таба, донъяһын да бөтәйтеп йәшәй», – ти Шәрифулла.
Бынан теүәл утыҙ йыл элек Башҡортостандан бер төркөм егет «Төньяҡ амурҙары» хәр­би-патриотик клубы составында Бородиноға сәфәр ҡыла.  Улар араһында Шәрифулла Шә­кирйән улы ла була. Бөгөн иһә ойошманың эшмәкәрлеген интернет аша күҙәтеп, уңыштары өсөн һөйөнә.
Тормош юлында осраған кәртә-ҡаршылыҡтар алдында баҙап, юғалып ҡалмай, ысын ир-егеттәргә хас ғорурлыҡ менән ихтыяр көсөн егеп, изге уй-ниәттәр ҡороп йәшәй  замандашыбыҙ  Шәрифулла Шәкирйән улы Мәүлитов. Уның артабан да бирешмәүен теләйбеҙ.
«Йәшәү йәме» тап­шырыуы­ның яҙмаһын  https://bash.news/yuldash  сайтында  тыңларға мөмкин.

Клара ШӘРИПОВА.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: