Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2022, 17:30

100 йыллығы билдәләнәсәк

«Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенең 100 йыллығы байрам ителәсәк. Был туралағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

100 йыллығы билдәләнәсәк
100 йыллығы билдәләнәсәк

«2025 йылда «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә 100 йыл тулыу уңайынан 2025 йылда «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенең 100 йыллығын билдәләүгә арналған саралар үткәрергә ҡарар итәм», — тиелә хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған документта.

Хөкүмәткә ярты йыл эсендә байрамдың ойоштороу комитетын төҙөү, байрам саралары планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән. Министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, шул иҫәптән төбәктәгеләргә тантаналарҙы әҙерләүҙә ҡатнашырға тәҡдим ителә.

«Артек» лагеры 1925 йылда балалар өсөн палаткалы лагерь-шифахана булараҡ барлыҡҡа килә. 2014 йылда «Артек» Халыҡ-ара балалар үҙәге тип үҙгәртелә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: