Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 10:40

Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башлағандармы?

Бөгөн бер нисә телеграм-канал ошондай хәбәр еткергәйне.

Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башлағандармы?
Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башлағандармы?

Әммә Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығында был мәғлүмәтте инҡар иттеләр. Бөгөн һәйкәлде ентекле тикшереү бара. Идаралыҡтың яуабын Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә лә раҫланылар.

Башҡорт милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәлде етди реконструкция талап итә. Был ябай монумент түгел, федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекты, шуға күрә законға ярашлы мотлаҡ процедуралар башҡарыласаҡ, тип белдерҙеләр мэрияла. 

Бөгөн муниципаль контракт буйынса проект-тикшереү эштәре үткәрелә. Был эштәр 2023 йылдың 6 мартына тиклем барасаҡ. Мәскәү дәүләт фәнни-эҙләнеү реставрация институты белгестәре һәйкәлдең художество төҙөлөшөн тикшергән, лаборатор тикшереүҙәр үткәреп, отчет әҙерләгән. 11 ноябргә тиклем улар алынған мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн һәйкәлде ҡарап сығасаҡ. Проект-тикшереү эштәре бөткәс, Салауат Юлаев һәйкәле нисек йүнәтеләсәге билдәле буласаҡ.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: