Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 14:33

Үрге Әрметкә һалдат ҡайтҡан!

Бөгөн күңелгә өмөт һәм йыуаныс килтергән хәбәр - Ишембай районының Үрге Әрмет ауылына һалдат ҡайтып төшкән.

Үрге Әрметкә һалдат ҡайтҡан!
Үрге Әрметкә һалдат ҡайтҡан!

Был хаҡта Үрге Әрмет ауылының мәҙәниәт йорто төркөмөндә хәбәр итәләр: 

- 7 ноябрь Руслан һәм Раушания Әбсәләмовтарҙың ғаиләһе Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улдары Радмирҙы ҡаршы алды. Ул ата-әсәһе янына бер-нисә көнгә сираттағы ялға ҡайтты. Ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары һалдатты бик матур итеп ҡаршы алды. Беҙ уға, тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, тыуған яғына - Әрметенә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Изге теләктәргә ҡушылабыҙ, имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтырға насип булһын, Радмир! 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: