Әрмелә хеҙмәт итеү ваҡытын ике йылға тиклем оҙайтыу тураһында закон проекты Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелмәй, сөнки депутаттарҙың идеяһы Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәтендә һәм илдең Оборона министрлығында хуплау тапманы, тип хәбәр итә «Ведомости».
Федерация Советының конституция ҡануниәте буйынса комитеты етәксеһе Андрей Клишас һүҙҙәренсә, хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу Рәсәй армияһының һуғышҡа һәләтлелеген арттырмай.
Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов та шундай фекерҙә:
«Бөгөнгә әрмелә ике йыл хеҙмәт итеүҙең кәрәге юҡ. Федерация Советында ла бындай идеялар бар икән, был уларҙың хоҡуғы. Беҙ ундай закон сығарыу башланғыстарын ҡарамайбыҙ һәм әлеге көндә ундай ихтыяж юҡ тип иҫәпләйбеҙ».