Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 10:15

Браконьерҙар айыу балаларын да йәлләмәгән

Ҡыйғы районында браконьерҙар урман йәнлектәренә күпләп һунар иткән. Айыу, ҡабан, өс айыу балаһы уларҙың ҡорбанына әйләнгән.Енәйәт хаҡында урындағы һунарсылар хәбәр иткән.

Браконьерҙар айыу балаларын да йәлләмәгән
Браконьерҙар айыу балаларын да йәлләмәгән

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев һүҙҙәренсә, әле тәбиғәткә айырыуса ҙур зыян килтергән законһыҙ һунар итеүселәрҙе ҡатнашы булғандарҙы асыҡлау буйынса тикшереү эштәре алып барыла. Ошо енәйәт өсөн уларға биш йөҙ меңдән бер миллион һумға тиклем штраф йәки өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.

 

Ведомствола билдәләүҙәренсә, бер йәштән йәшерәк айыуҙарға, шулай уҡ быйыл тыуған инә айыу балаларын (кеше ғүмеренә һәм һаулығына хәүефте бөтөрөү маҡсатында айыу аулау осраҡтарынан тыш), ә бер йәштән кесерәк айыуҙарҙы ярым ирекле шарттарҙа һәм яһалма булдырылған мөхиттә аҫрау һәм үрсетеү өсөн тәбиғи мөхиттән тартып алыу тыйыла.

 

Башҡортостандың Экология министрлығы республикала йәшәүселәрҙе уяу булырға саҡыра һәм ведомствоның оператив-диспетчер хеҙмәтенә (347) 218-04-30 телефоны буйынса законһыҙ һунар факттары тураһында хәбәр итеүҙәрен һорай.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: