Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь , 10:37

Башҡортостанда берәҙәк эттәрҙе ата башлаясаҡтар

Депутаттар законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.

Башҡортостанда берәҙәк эттәрҙе ата башлаясаҡтар
Башҡортостанда берәҙәк эттәрҙе ата башлаясаҡтар

БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары берәҙәк эттәрҙе ҡырағай хайуандарға тиңләргә тәҡдим итте. Тиҙҙән депутаттар берәҙәк эттәрҙең һанын көйләү тураһындағы законға үҙгәрештәр индерергә йыйына.

Ғалимдарҙың фекеренсә, ҡырағай эттәр һанының артыуы һөтимәрҙәр төрҙәренең һәм ҡоштарҙың кәмеүенә сәбәпсе булған. Эттәр иреккә сыҡҡас, ҡырағайлаша һәм үҙенә аҙыҡ эҙләй башлай. 

Ғәмәлдәге саралар, йәғни эттәрҙе аулау үҙен аҡламай башлаған, күрәһең, депутаттар хайуандарҙы атырға тәҡдим итә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в