Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 11:29

Конвейер үҙенә тартып алған

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында ҡот осҡос фажиғә булған.

Ҡатынды конвейер үҙенә тартып алған
Ҡатынды конвейер үҙенә тартып алған

6 ноябрҙә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ваҡлау бүлегендә 46 йәшлек эшсе һәләк булған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, ҡатынды конвейер үҙенә тартып алған. 

– Конвейерҙы таҙартҡан мәлдә эшсенең ҡулындағы ҡырғыс әйләнеп торған ролик һәм таҫма араһына ҡыҫылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машинист ҡулын алып өлгөрмәгән, ике ҡулы ла конвейер ҡорамалдары араһына ҡыҫылған, – тип хәбәр иттеләр инспекциянан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшсе фажиғә урынында һәләк булған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы комбинатта тикшереү ойошторған.

Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: