Ул ваҡытында "Ласковый май" төркөмөнөң популяр йырҙарын яҙған һәм Шатунов менән күп йылдар дуҫ булған. 5 ноябрҙә Кузнецов Ырымбурҙа һуңғы тапҡыр сәхнәлә сығыш яһаған. "Очень тяжело писать вам это сообщение. Шок! Столько планов на жизнь, творчество и еще звучат в голове песни с концерта и в памяти простая, трогательная улыбка Сергея", - тиелгән "Концерты в Оренбурге" төркөмөндә.
Сергей Кузнецовҡа 58 йәш булған. Тап ул 80-се йылдар аҙағында Ырымбур балалар йортонда музыка етәксеһе булараҡ Юрий Шатуновты сәхнәгә сығарған. Йырсының үлеүен ул ауыр кисергән. Шулай ҙа композитор бирешмәгән, ҡалалар булап гастролдәрҙә сығыш яһаған.