+3 °С
Болотло
Белоретта йәшәгән ирҙе хәрби әҙерлек үтеү өсөн Ҡазанға ебәргәндәр. Ул Белорет металлургия комбинатында эшләгән булған. Тик оҙаҡламай предприятие эшсеһен кире эшкә ҡайтарыуҙы һораған. Һөҙөмтәлә ир өйөнә ҡайтҡан.
Был хәл мобилизацияланған ирҙең күршеһенә был оҡшамаған. Башҡалар яуға китә, ә һин ҡайтып килдеңме, тип йоҙроҡ төйнәп ташланған ул. Бөгөн зыян күреүсенең яҡындары хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт иткән.
Шуныһы аптырата: был ғауғасыл ир шулай батыр булғас, ниңә үҙе СВО-ға бармаған икән?