Башҡортостан Хөкүмәте Андрей Назаров республикабыҙҙың мобилизацияланған граждандарына һәм ирекмәндәренә ярҙам итеү буйынса Берҙәм логистик үҙәкте ҡараны. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылғайны.
Андрей Назаров иң тәүҙә посылкаларҙы ҡабул итеү пунктын ҡараны. Ул тауарҙы һаҡлау схемаһын булдырырға, ярҙам күрһәткән ойошмаларға һәм эшҡыуарҙарға Рәхмәт хаттарын тапшырыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Шулай уҡ Премьер-министр 700 кв.метр ҙурлыҡтағы келәтте ҡарап сыҡты.
- Посылкаларҙы сифатлы һаҡлауҙы тәьмин итергә, хәрби частарҙың ихтыяжы буйынса эшләргә һәм бөтә ярҙамды ваҡытында ебәрергә кәрәк. Һәр бүлексә буйынса исемлек төҙөү талап ителә. Беҙҙең хәрбиҙәр бөтә кәрәкле әйбер менән тәьмин ителергә тейеш, - тип йөкмәтте Премьер-министр.
Мобилизацияланғандарға ойошмалар ғына түгел, теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Кейем-һалым, шәхси кәрәк-яраҡтар, батарейкалар һәм аҙыҡ-түлек ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ «Салауат» хәйриә фондына аҡса күсерергә була.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән ДЛЯПОБЕДЫ.РФ сайтында йә +7 (347) 280-89-92 номеры буйынса шылтыратып белешергә мөмкин.