Инәй ҡунаҡҡа йыйынды,
Бер аҙға ял итергә;
Ышанып, ҡалдырып китте
Мине донъя көтөргә.
Ҡыуаныстың сиге лә юҡ,
Һикереп киттем бейеп,
Дуҫ-иштәрҙе саҡырырмын
Кискә, аулаҡҡа, тиеп.
Тә-әк, эште ниҙән башларға?
Сәйҙәр эсеп алайым,
Унан ҡаҙ-өйрәк-тауыҡҡа,
Сығып, емдәр һалайым.
Ихата яңғырап тора
Уларҙың шау-шыуынан,
Ҡош-ҡортто ҡарап ингәнсе
Өҫтәлдә сәй һыуынған.
Этте ысҡындырмаҫһың, тип
Киҫәтһә лә инәйем,
Сынйырынан систем әле,
Тотҡонда бит - йәлләйем.
Ирек кәрәк эттәргә лә,
Һәр кемгә кәрәк ирек,
Бит-ҡулымды яланы ул,
Ҡыуаныстан һикереп.
Рекс саба, мин йүгерәм,
Өлгөрмәйем эшләргә;
Эй, әттәһе! Оҙон тырнаҡ
Һынып төштө - нишләргә?!
Ихата буйлап сабышып,
Кис етте, көн тиҙ уҙа;
Сараһыҙҙан тотоп ҡуйҙым
Бөгөнгө көн ураҙа.
Өҫ быс(ы)раҡ, мунса һыуыҡ,
Дуҫтар көтәләр аулаҡ;
Инәй нисек донъя көтә,
Көн дә - мең эш, аптыраҡ!
Үҙем ауылда тыуһам да,
Эй, йәнгә яҡын ҡалам!
Инәй, посты тапшырам да
Ҡалама тая һалам!
Юлай Кәримов фотоһы.