Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2022, 14:00

Беҙҙең егеттәр бер-береһен ауыр хәлдә ҡалдырмай

Доставалов батальоны хәрбиҙәре алғы һыҙыҡта булған бер ҡурҡыныс хәл тураһында һөйләне.

Беҙҙең егеттәр бер-береһен ауыр хәлдә ҡалдырмай
Беҙҙең егеттәр бер-береһен ауыр хәлдә ҡалдырмай

Доставалов исемендәге батальон пулеметсыһы былай тип яҙа:

Бер кис кинәт кенә ҡуҙғалырға ҡуштылар. Танкылар торған урынға барҙыҡ, унда урман һыҙатын, дошман урынлашҡан мөйөштө, нацистарҙан таҙартыуҙы йөкмәттеләр. Был мөйөштө беҙ «Үлем мөйөшө» тип атағайныҡ. Беҙҙең бронетранспортер алдан ҡуҙғалды, уның артынса пехота, мин пулеметты башняға ҡуйҙым. Беҙҙең бер генә Калашников пулеметы төҙөк ине. «Үлем мөйөшө»нә барып еткәс, пулеметтан ата башланым. Дошман беҙгә ут асты. Бер юлы өс урындан атыуҙары күренде. Пехота ярҙамға килеп еткәс, тегеләр сигенә башланы. Тик бер мәл бер юлы 7 ҡыҙыл ракета беҙгә осто һәм йәнә атыш башланды. Зевс позывнойлы иптәшебеҙ бронетранспортерҙы туҡтатырға ҡушты. Уның яурынына ҙур ярсыҡ килеп эләккәйне. 

Мин пулеметты тоҫҡаным да урман һыҙатына атыуымды дауам иттем, нацистар йүгереп ҡасырға тотондо. Шул уҡ ваҡытта тоноҡ ҡына бер тауыш ишетәм:

- Ярҙам итегеҙ! Егеттәр!?

Тауыш сыҡҡан яҡҡа йүгерҙем. БМП көбәге аҫтында Зевс ята.

- Ҡайҙа эләкте? Ҡайһы яҡтан аттылар?

Был ваҡытта БМП-ға тағы ла ут астылар. Беҙҙең эргәлә генә көслө шартау, бөтә ер яҡтырып китте, Зевстың ҡулы ярсылып, ҡоро тиреһендә һәм һеңерендә генә һалынып тора ине. Мин үҙемдең жгутты алдым, яраны бәйләү ҙә ҡотҡара алмаясағын аңлайым. Промедолды эҙләйем, таба алмайым, кеҫәләр күп. Зевс Аидты саҡырырға тотондо, ул промедол ҡайҙа ятҡанын белә ине. Ә яуап юҡ. Мин йәшникте таптым, бирсәткәм бысраҡ, тешләп укол яһай башланым. Зевс яраның ике яғына һалырға ҡушты. Үҙе механик Малойға ҡысҡырып ебәрҙе:

- Борол! 

Малойҙың күҙе аҡайған. Башҡа егеттәрҙән тауыш-тын юҡ, үҙем баш күтәреп саҡыра ла алмайым. Сөнки Зевсты ҡулымда тотоп ултырам, ул тәгәрмәс сылбырына төшөп китер тип ҡурҡам. Егеттәрҙе тағы саҡырам. Тиҙерәк тылға ҡайтырға кәрәк! Тынлыҡ. Ҡот осто. Малойға задание бирҙем: «Ҡуҙғалдыҡ!»

Төн, бер ни ҙә күренмәй, БМП менән аҙашып йөрөй торғас, «буханка»ны осраттыҡ, унда медсанбат. Зевсты уларға тапшырҙыҡ. Ҡайтып еткәс, таңға бөтәһен дә иҫән күреүемә бик шат булдым. Башҡа егеттәрҙең беҙҙең арттан ҡайтыуы асыҡланды. Көслө мотор тауышынан улар бер ни ҙә ишетмәгән булған. Етмәһә, ямғыр ҡоя ине.

Р. S.

Медсанбатта Зевстың ҡулын ҡотҡарҙылар, ҡурҡыныс яраны теккәндәр һәм һынған урынға гипс һалғандар. Тағы ла шул асыҡланды: иптәшебеҙҙең икенсе ҡулына ла хәрби припас ярсыҡтары үтеп ингән булған.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: