Бөгөн 112-системаһына Федоровка районының Ключевка ауылында 8 йәшлек малайҙың боҙ аҫтына китеүе тураһында хәбәр килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр, тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Мәғлүм булыуынса, апалы-ҡустылы ярҙан 15 метр алыҫлыҡта уйнап йөрөгән. Ҡайһылыр арала малай боҙ аҫтына төшөп китә, апаһы ҡотҡарырға маташа, әммә ҡулынан килмәй һәм өйгә ата-әсәһен саҡырырға йүгерә. Дәүләт комитеты водолаздары малайҙы 2 метрлыҡ тәрәнлектә табып ала.
«Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы яңғыҙ һәм ҡарауһыҙ ҡалдырмағын! Һыу ятҡылыҡтарында уйнау ғүмер өсөн хәүефле булыу өсөн аңлатығыҙ!» — тип иҫкәртәләр ведомствола.