Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь 2022, 22:12

Һай, афарин, Абҙаҡ ҡыҙы!

Белорет районының Абҙаҡ ауылынан унынсы класс уҡыусыһы Эвелина Йомағолова билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы.

Һай, афарин, Абҙаҡ ҡыҙы!
Һай, афарин, Абҙаҡ ҡыҙы!

Бөгөн Ҡазанда үткән билбау көрәше буйынса донъя беренселегәнән ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө. Белорет районының Абҙаҡ ауылынан унынсы класс уҡыусыһы Эвелина Йомағолова әлеге ярышта алтын миҙал яулаған.

Эвелина - биш балалы ғаиләлә иң өлкәне. Ул ата-әсәһенә йорт-ҡура эштәрендә ярҙам итергә лә, мәктәптә яҡшы уҡырға ла, көрәш һәм волейбол буйынса күнекмәләргә лә йөрөргә өлгөрә. 

Ҡыҙ көрәш менән бишенсе класта Салауат Дауытов етәкселегендә шөғөлләнә башлай. Республика ярыштарында күп тапҡыр еңеү яулай һәм Башҡортостандың йыйылма командаһына алына. Былтыр йәш спортсы тәүгә донъя беренселегендә ҡатнашып, бишенсе урынға өлгәшә. 

«Еңеү еңел бирелмәне, ярышташтарым бик көслө булды. Барыһы ла тренерымдың тырышлығы арҡаһында. Мин еңеүгә күп көс һалған Салауат Ғәзиз улына рәхмәтлемен. Киләсәктә лә спорт менән ныҡлап шөғөлләнергә планлаштырам, тағы ла донъя беренселегендә еңеү яуларға теләйем», - ти Эвелина.

Һай, афарин, Абҙаҡ ҡыҙы!
Һай, афарин, Абҙаҡ ҡыҙы!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: