Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноябрь 2022, 20:30

Рәсәйҙә хөкөм ителгән граждандар мобилизацияланасаҡ

Мобилизация тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде.

Рәсәйҙә хөкөм ителгән граждандар мобилизацияланасаҡ
Рәсәйҙә хөкөм ителгән граждандар мобилизацияланасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһында мобилизация һәм мобилизацияға әҙерлек тураһындағы» законға үҙгәрештәр индерҙе. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Законға ярашлы, хөкөм ителгән, шул иҫәптән ҡаты енәйәт ҡылған граждандарҙы мобилизацияға йәлеп итеүҙәре ихтимал. «Бәлиғ булмағандарҙың енси ҡағылғыһыҙлығына ҡаршы енәйәт ҡылыу», «Дәүләткә хыянат итеү», «Дәүләт эшмәкәренең ғүмеренә ҡул һуҙыу», «Шпионаж», «Террористик эшмәкәрлек» «Тотҡонлоҡҡа алыу», «Һауа судноһын урлау» статьялары буйынса хөкөм ителгәндәр мобилизацияланмаясаҡ.
 
Бөгөн Президент шулай уҡ Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизацияға нисә кеше йәлеп ителеүе хаҡында һөйләне. Хәрби хеҙмәткә 318 мең кеше саҡырылған, шуларҙың 49 меңе ғәскәрҙәргә ебәрелгән.
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: