Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь , 21:12

Яҡташтарыбыҙҙың ҡыйыулығына һоҡланырлыҡ!

Башҡорт батальонынан ике егет яралы иптәштәрен артиллерия-миномет уты аҫтында миналар яланынан сығарған.

Яҡташтарыбыҙҙың ҡыйыулығына һоҡланырлыҡ!
Яҡташтарыбыҙҙың ҡыйыулығына һоҡланырлыҡ!
 

«Ун өсөнсө» һәм «Шкипер» позывнойы аҫтында хеҙмәт иткән егеттәрҙең батырлыҡ ҡылыуы хаҡында батальон хәбәрсеһе «Турист» хәбәр итә.

Беҙҙең хәрбиҙәр яралы яуҙаштарын дошман позицияларынан алып сыҡҡан.

«Егеттәр, артиллерия-миномет уты аҫтында ике мина яланынан яралы иптәштәрен сығарған һәм уларҙың ғүмерен ҡотҡарған», ‒ тип хәбәр итә «Турист» позывнойлы батальон хәбәрсеһе.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в