Күптән түгел Рязань ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған 35 йәшлек яҡташыбыҙ – гвардия подполковнигы, 83-сө һауа-штурм бригадаһы командиры урынбаҫары Олег Ташматовты һуңғы юлға оҙатҡандар. Егеттең дүрт балаһы етем, ҡатыны тол ҡалған. Уның яҡындары һәм хәрби иптәштәре подполковникҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап сығыш яһаған.
- Олег төрлө хәрби округта взвод командирынан алып бригада командиры урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлын үтте. Төньяҡ Кавказда, Дағстан, Абхазиялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашты. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы фиҙакәрлеге өсөн» ордены, Суворов исемендәге миҙал менән бүләкләнде. Хәрби хеҙмәте осоронда өйләнде, дүрт сабыйы тыуҙы. Ғаиләһе һәр саҡ янында булды, бер гарнизондан икенсеһенә күсеп йөрөнәләр. Һәр ваҡыт белем алырға ынтылды, 2014 йылда Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетында юрисҡа уҡып сыҡты, - тип һөйләй хәрбиҙең атаһы, отставкалағы офицер Закир Ташматов.
Олег Ташматов Украиналағы хәрби операцияла беренсе көндән, десантсылар менән Гостемель аэродромын штурмлауҙан башлап ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнә, Батырлыҡ орденына тәҡдим ителә.