Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2022, 22:35

Фотолағы ҡыҙ - герой!

Эльвера Ғабдуллина Дубай - Өфө самолетында аңын юғалтҡан егеттең ғүмерен ҡотҡарған.

Фотолағы ҡыҙ - герой!
Фотолағы ҡыҙ - герой!

Өфөлә табип булып эшләгән Эльвера Ғабдуллина үҙенең батырлығы менән барлыҡ республикаға танылды.

Хәл былай була. Дубайҙан Өфөгә осҡан самолетта бер йәш егеттең ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелә, ул аңын юғалта, аяҡ-ҡулдары тартыша башлай. Экипаж ағзалары тиҙ генә егеткә кислород битлеген кейҙерә. 

Эльвера ауыр хәлгә ҡалған пассажирҙың ҡан баҫымын, пульс йышлығын үлсәй. Егет ағарына башлағайны, тип хәтерләй ул ҡурҡыныс мәлде ҡыҙ. Тиҙ арала татлы сәй эсереп, кәнфит ашатҡас, егеттең хәле еңеләйә төшә. Эльвера ҡан баҫымын күҙәтеүҙе дауам итә һәм массаж эшләй башлай. Пилоттар аша авиакомпанияның табибы менән бәйләнешкә сыға. Егеттең хәле яҡшырғас, белгес уға аспирин эсергә рөхсәт итә.

Шулай итеп, ҡыҙҙың батырлығы арҡаһында самолет Өфөгә имен һәм теүәл барып етә. Әгәр кешенең хәле насарайһа, уға дарыу эсерергә ашыҡмағыҙ, әлбиттә, табиптар тәғәйенләгән препараттарҙан башҡа, тип кәңәш бирә Эльвера Ғабдуллина.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: