+15 °С
Болотло
САМОЛЕТ
Рәүеф Сәлтәшев йыры
___________________________________
1. Күкте иңләп эҙ ҡалдырҙы
Аҡ самолет
Хыялдар ҙа шулай бейек,
Ҡойроҡ-еле юҡ
Әммә беҙҙең дарманыбыҙ
Бирешмәҫкә, ти
Ниңә әле маҡсаттарға
Ирешмәҫкә,ти
Ҡушымта:
Самолёт, самолёт
Ашҡынып тибә йөрәк
Самолёт, самолёт
Ынтылып йәшәү кәрәк
2. Аҡ самолёт болоттарға
Инеп юғалды
Ә күңелдә осондорғос
Бер осҡон ҡалды
Самолёттың пилоты ла
Бала сағында
Ҡыйыу хыял йөрөткәндер
Күк тураһында
3. Самолёттың аҡ ҡойроғо
Тиҙҙән таралды
Ә күңелдә күккә таратҡан
Бер уй яралды
Үҙенән үҙе бейек кәрәк
Һуҙылды ҡулдар
Бәләкәй генә аҙымдарҙан
Башлана юлдар.
Юлай Кәримов фотоһы.