Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2022, 14:30

Ауылдар киләсәге – Илфат кеүектәр ҡулында

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылы егете Илфат Сәфәрғәлин дәүләттән ярҙам алып, тыуған яғында ҙур предприятие асып ебәргән.

Ауылдар киләсәге – Илфат кеүектәр ҡулында
Ауылдар киләсәге – Илфат кеүектәр ҡулында

Бөгөн ауылдарҙа совет замынан ҡалған бер ҡура ла буш тормай – иҫкеләре тергеҙелә, яңылары төҙөлә, ҡасандыр әрем-билсән баҫҡан баҫыу-ҡырҙарҙа иген күкрәп үҫә. Айырыуса йәштәрҙең үҙ эшен асырға ынтылыуы – ҡыуаныслы күренеш. Дәүләт тарафынан ярҙам да бирелә икән, ниңә тәүәкәлләмәҫкә? Мәҫәлән, Баймаҡ районынан йәш эшҡыуар Илфат Сәфәрғәлин үҙ эшен утыҙ быҙау һатып алыуҙан башлап алып ебәрә. Бөгөн ул – райондағы ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе.

Илфат Шәфҡәт улы Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында тыуып үҫкән. 2010 йылда фермерлыҡ менән шөғөлләнә башлай.

– Утыҙ баш быҙау һатып алып, эш башланыҡ. Бер МТЗ-80 тракторым бар ине. Бөгөн мал һанын 250-гә еткерҙек. Баймаҡта хәләл ярымфабрикаттар етештереү буйынса цех асып ебәрҙек.

Илшат Сәфәрғәлин Баймаҡтағы “Дуҫлыҡ” кооперативын етәкләй. Күп тармаҡлы предприятие үҫемлекселек, йылҡы һәм һарыҡ малы үрсетеү менән шөғөлләнә, иттән ярымфабрикаттар, һөт етештерә. Кооперативты үҫтереүгә Башҡортостан Хөкүмәтендә булдырылған ярҙам саралары тос өлөш индерә. Мәҫәлән, Илфат Сәфәрғәлин 2013 йылда – «Ғаилә һөтсөлөк фермаһы» 2014 йылда – «Ғаилә малсылыҡ фермаһы», 2019 йылда «Килем килтереүсе проекттар», 2021 йылда «Ғаилә фермаһын үҫтереү» программаларында ҡатнашып, бихисап грант яулай.

Эшҡыуар дәүләттән алынған финанс ярҙамға агротехника һәм һыйыр малы һатып ала. 2020 йылда “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһында ҡатнаша һәм иттән ярымфабрикаттар етештереү буйынса цех асып ебәрә. Бөгөн кооперативта 18 кеше эшләй, хужалыҡта 123 һыйыр, 120 һарыҡ һәм 50 ат аҫрала. Быйыл һуңғы айға тиклем фермала 550 тонна һөт етештерелгән, әле уның 405 тоннаһы һатыуға һәм эшкәртеүгә ебәрелгән.

Илфат Шәфҡәт улы үҙенең өлгәшкәндәрендә туҡталып ҡалмай, Сибайҙа «Һаҡмар фермеры» магазинын асып ебәрә. Бынан тыш, компанияның продукция Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы магазиндарына оҙатыла. Эшҡыуарҙың киләсәккә пландары ла байтаҡ:

– Бөгөн күптәр, ауылда эш юҡ, аҡса юҡ, тип зарланырға ярата. Әммә был буш һүҙ ул. Ауылда эш тә күп, үҙ шөғөлөңә тотоноу өсөн ер ҙә етерлек, хужаһыҙ объекттар ҙа бар. Тик тырышлыҡ, тәүәккәллек кенә кәрәк, – ти эшҡыуар.

Фермер Илфат Сәфәрғәлин – үҙ ауылының терәге лә. Үрҙә яҙып үтеүемсә, «Һәүәнәк» совхозының Һаҡмар бүлексәһендә элекке фермалар буш тормай, яңынан-яңы производстволар асыла, баҫыу-ҡырҙарҙа эш гөрләй. Бынан тыш, фермер халыҡты эш менән тәьмин итә. Эшселәренең ялын файҙалы итеп үткәрә, һабантуҙар, балаларға туристик походтар ойоштора. Ауылдарҙа ошондай йүнселдәр күберәк булһын ине!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: