-11 °С
Болотло
Троллейбусҡа ултырҙы ла
Кинога китте Әнғәм.
Ҡуян кеүек боҫоп барҙы,
Билет алды бар әҙәм.
Көтмәгәндә туҡталышта
Контролер килеп инде.
— Егет кеше, ҡайҙа әле,
Күрһәт,— ти,— билетыңды.
Аптырап ҡалмай Әнғәм дә,
Билет һуҙа ағайға.
— Туҡта әле, ҡустым, билетың
Трамвайҙыҡы ла баһа.
— Булмаҫ,— ти Әнғәм тотлоғоп,
Үҙе уйлай: «Яндым бит!» —
Мин уны ошо троллейбус;
Иҙәненән алдым бит!
Тамара Ғәниева.
Юлай Кәримов фотоһы.