Быйыл март айында ул урамда йөрөгәндә бер йортҡа терәлгән мунсаның янғанын абайлаған. Үҫмер янғын һүндереүселәрҙе саҡырған һәм көсәйгән утҡа ҡарамай, тәҙрә аша инеп хужаларҙы - ғәрип иргә һәм уның ҡатынына тышҡа сығырға ярҙам икән. Киҫкен хәлдә юғалып ҡалмаған Арыҫлан Шафиҡов шулай итеп ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған.
Быйыл Федерация Советының "Күрһәткән батырлығы өсөн" махсус миҙалдары менән Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән (Шул иҫәптән ЛНР, ДНР һәм Запорожье өлкәләренән) балалар һәм үҫмерҙәр наградланасаҡ. Церемонияны тура эфирҙа 3 ноябрҙә сәғәт 12-лә Федерация Советының «Вместе-РФ» телеканалында һәм https://vk.com/sovfedinfo https://ok.ru/sovfedinfo социаль селтәр төркөмдәрендә ҡарарға мөмкин.