Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2022, 14:50

Башҡортостанда дүрт мең егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ

Бөгөндән көҙгө саҡырылыш башланды.

Башҡортостанда дүрт мең егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ
Башҡортостанда дүрт мең егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ

Өфөлә үткән брифингта Башҡортостандың хәрби комиссариы Михаил Блажевич журналистарҙың һорауҙарына яуаптар ҡайтарҙы:

- Михаил Александрович, быйыл көҙгө саҡырылыш кампанияһында нисә егетте хәрби хеҙмәткә саҡырыу планлаштырыла?

- 1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем Башҡортостанда дүрт мең егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ. Саҡырыу планлы рәүештә башҡарыла, был бер нисек тә СВО менән бәйле түгел. Егеттәр Рәсәйҙең төрлө төбәгендә хеҙмәт иткәсәк. Кемдәрҙең йыллыҡ хеҙмәте тамамлана, улар өйҙәренә ҡайтарыла. Бер кемгә лә хеҙмәт итеү мөҙҙәтен арттырмаясаҡтар, - тип яуапланы Михаил Блажевич.

- Махсус операцияға бәйле саҡырылыусылар һанын арттырыу ҡаралманымы?

- Юҡ, әлбиттә. Башҡортостанда һәр саҡырылыш һайын дүрт мең тирәһе егет хеҙмәткә алына. Был һандар үҙгәрмәй ҙә, беҙҙең саҡырыу ресурсы - ошо. Фәнни ротаға тиҫтәләгән егет алына, унда һайлап алыу шарттары ҡаты, ҙур ҡаҙаныштарға эйә булғандарҙы алалар, шулай уҡ бер нисә егет спорт ротаһына юлланасаҡ. Быйыл был ротаға Башҡортостандан ике егет алынды. Кемдәр альтернатив хеҙмәт үтергә теләй, шулай уҡ барырға мөмкин. Был закон буйынса ҡаралған. Бындай хеҙмәткә мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр, мәҫәлән, балет театры актерҙары, драма театры артистары алына. 

- Быйыл көҙгө саҡырылышта хеҙмәткә алынған егеттәр махсус хәрби операцияға эләкмәйәсәгенә ниндәй гарантиялар бар?

- Беҙҙе ышандырҙылар, һәр хәлдә мин ышаныслы әйтә алам, саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың береһен дә СВО-ға йәлеп итеү ҡаралмай. Тап ошоноң өсөн дә өлөшләтә мобилизация үткәрелде бит. Махсус операция зонаһына хәрби тәжрибәһе, һөнәре булған ир-егеттәрҙе ебәреү өсөн.

- Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың сәләмәтлеге нисек? Йылдан-йыл яҡшыраҡмы әллә киреһенсәме?

- Саҡырылыусыларҙың сәләмәтерәк булыуын теләр инем. Һауа-десант, Рәсәй гвардияһы ғәскәрҙәренә хәрбиҙәрҙе көскә туплайбыҙ, сөнки унда талаптар етди. «В» категорияһы менән егеттәр һаны артты. Ни ғәжәптәндер, күптәрҙә гипертония күҙәтелә. Бөгөндән саҡырылыш пункттарында медицина комиссиялары штат режимында эшләй. Хәрбиҙәрҙең һаулығына талаптар үҙгәртелмәне лә, үҙәрмәйәсәк тә. Хеҙмәткә яраҡһыҙҙар өйөнә ҡайтарыласаҡ.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: