Республика етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм мобилизацияланғандарға ярҙам күрһәтеүҙе системалаштырырға ҡушты.
- Бөгөн муниципалитеттар һәм предприятиелар үҙҙәренең гуманитар ылауын ебәрә. Был хәүефле, машиналар барып етмәҫкә лә мөмкин. Етмәһә, муттар ҙа әүҙемләште, улар "ярҙам" йыя ла интернетта һата. Тәртип булдырыу өсөн Башҡортостанда логистик үҙәк булдырылды, унда бөтә ярҙам тупланасаҡ, ә аҡсалата ярҙам өсөн мәрхәмәтлек фонды булдырылды. Беҙ башҡорт батальондарының ҡайҙа урынлашҡанын беләбеҙ һәм тиҙҙән мобилизацияланғандарҙың урындарын ҡарап барасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.
Посылкаларҙы Шайморатов исемендәге Ирекмәнлек штабына тапшырырға мөмкин, уның вәкиллеге һәр район һәм ҡалала бар. Кoлл-үҙәктең телефон һандары: 8-800-201-89-03. Штаб иртәнге сәғәт 9-ҙан киске алтыға тиклем эшләй.