Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2022, 10:27

ИҢ БОРОНҒО ТӘҒӘМЕБЕҘ – ҠОРОТ

Тыуған яҡҡа ҡайтҡан саҡтаАпайым бирҙе ҡорот…Эй шатландым күстәнәскә!…Биҙҙем ҡоротһоҙ тороп…   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

ИҢ БОРОНҒО ТӘҒӘМЕБЕҘ – ҠОРОТ
ИҢ БОРОНҒО ТӘҒӘМЕБЕҘ – ҠОРОТ
Ҡорот.

Тыуған яҡҡа ҡайтҡан саҡта
Апайым бирҙе ҡорот…
Эй шатландым күстәнәскә!
…Биҙҙем ҡоротһоҙ тороп…

Эй тырышам ҡорот яһап!
Килеп сыҡмай ниңәлер…
Бәлки, бындай татлы ҡорот
Тыуған ерҙә генәлер?

Нишләп шулай тәмле икән
Тыуған яҡтың ҡорото?
Күпме һағыныу йәшемде
Ҡорот ҡына ҡоротто!

Тыуған өйҙә өйрәнгәнсә,
Бишбармаҡты бешереп,
Һурпаһына ҡорот һалам…
Өйҙө иҫкә төшөрөп,

Тәмләп ашау - үҙе бәхет!
Ҡайтам кеүек йәшлеккә,
Тыуған өйгә, әсәйемә…
Күп кәрәкмәй бәхеткә!

Рәхмәт, апай, күстәнәскә,
Һыйырың һөтлө булһын!
Аяҡ-ҡулың һыҙламаһын,
Донъяғыҙ имен торһон!

...Һағынғанда тыуған яҡты,
Яндырһа һағыш уты,
Шифа булыр күңелемә
Тыуған яҡтың ҡорото!
10.09.2014.
 
Фирүзә Абдуллина.
 
Юлай Кәримовфотоһы.
 
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: