Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь , 16:45

Данлыҡлы стадион үҙенең эшен дауам итәсәк

Н. Гастелло исемендәге Спорт мәктәбенә 17,4 миллион һум күләмендә субсибидия бүленде.

Данлыҡлы стадион үҙенең эшен дауам итәсәк
Данлыҡлы стадион үҙенең эшен дауам итәсәк

Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ошолай тип яҙҙы:

- БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Н. Гастелло исемендәге Спорт мәктәбенә 17,4 миллион һум күләмендә субсибидия бүлеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был аҡсалар олимпия һәм олимпия булмаған спорт төрҙәре буйынса әҙерлеккә, спорт-һауыҡтырыу эшен ойоштороуға һәм физик культураны үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. 

Н. Гастелло исемендәге стадион нигеҙендә спорт мәктәбе быйыл йәйгеһен асылғайны. Бөгөн милекте республикаға тапшырыу буйынса эш бара. Беҙ стадион үҙенең эшен дауам итһен өсөн Спорт мәктәбенә ярҙам итәбеҙ.   

Бөтә спорт секциялары, түңәрәктәр һаҡланасаҡ. Был стадиондың тарихы, йолалары матур, уны яҡшы кешеләр, спортсылар булдырған, беҙ, әлбиттә, уларҙы һаҡларға тейешбеҙ.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в