Бөгөн иртән Күгәрсен районында ҡурҡыныс авария булды. “Фольксваген Поло” һәм “Шкода Рапид” машиналары бәрелешеп өс кешенең ғүмере өҙөлдө.
Һәләк булған “Фольксваген Поло” водителе – 22 йәшлек кенә ҡыҙ. Ул Мәләүез районының Воскресенское ауылы мәктәбендә педагог-психолог булып эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмерен уҡытыуға арнарға хыял иткән ҡыҙ ике ай ғына эшләп өлгөргән. Уны хеҙмәттәштәре һәм яҡындары тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.
Икенсе машинаға 21 йәшлек Илназ Х. идара иткән, ул Күмертауҙан таксист. Себерҙә эшләп өлгөргән, күптән түгел тыуған ҡалаһына ҡайтҡан. Машина Мораҡтан Өфөгә сыҡҡан. Фажиғәлә йәш водитель дә, уның 71 йәшлек пассажиры ла һәләк булған. 71 йәшлек пассажир - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, композитор Нәғим Нуримановтың атаһы. Был аварияла йәнә ике кеше йәрәхәттәр алған – 26 йәшлек ир һәм 29 йәшлек ҡатын. Улар әле төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала.
Һәләк булыусыларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.