Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь , 13:02

БДУ-лағы олимпиадала этеш-төртөш булғаны өсөн ғәйеплеләр яуап тотасаҡ

Бының турала бөгөнгө ЦУР оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Төбәк етәксеһе бар республиканан килгән һәм сараға эләгә алмаған балалар өсөн үкенеүен белдерҙе.   

БДУ-лағы олимпиадала этеш-төртөш булғаны өсөн ғәйеплеләр яуап тотасаҡ
БДУ-лағы олимпиадала этеш-төртөш булғаны өсөн ғәйеплеләр яуап тотасаҡ

 

«Эш хәүеф менән янаһа ла, этеш-төртөштә генә түгел, Райондарҙан килгән балаларҙың олимпиадаға эләгә алмауҙары үкенесле. Был хәлде күҙаллағанда кемдер яуапһыҙ булған. Башты юғалтырға ярамай бит. <...> Мин бының кеүек хәл башҡа ҡабатланмаһын өсөн ғәйеплеләрҙе яуап бирергә талап итәм. Кисә үҙем быны хәл итергә теләнем, тик уларҙы (ғәйеплеләрҙе) табып булманы. Бының кеүек баш-баштаҡлыҡҡа артабан юл ҡуйырға ярамай», - тине төбәк Башлығы.

Үҙ сиратында, Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ғәйеплеләрҙе табып, уларға ҡарата тейешлесә кадрҙар сараһын күрәсәге тураһында белдерҙе.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в