Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2022, 15:55

Агросәнәғәт һанлаштырыла

Башҡортостан Хөкүмәтендә ауыл хужалығы тармағын һанлаштырыу мөмкинлектәрен ҡаранылар.

Агросәнәғәт һанлаштырыла
Агросәнәғәт һанлаштырыла

«Рәсәй һанлы иҡтисады» милли проектының бурыстарының береһе – иҡтисадтың реаль секторында ИТ-продукттарға ихтыяжды үҫтереү, һанлы продукт етештереүселәрен дәртләндереү, тине БР һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

– Башҡортостан төрлө тармаҡтағы финанслау программаһында ҡатнашты. 2022 йылда грант ярҙамы шарттары тағы ла яҡшыртылды. Атап әйткәндә, проекттарҙы финанслауҙа ҡатнашыу 50 проценттан егермегә тиклем кәметелде. Шулай итеп, сығымдарҙың 80 процентын дәүләт үҙ өҫтөнә ала.

2022 йылда Башҡортостан 400 миллион һумға агросәнәғәт өлкәһендә дүрт һанлы проектты уңышлы яҡлап сыҡты. Шуларҙың 327 миллион һумын "Сколково" фонды бүлде. Киләһе ике йылда Дыуан районының «Рассвет», Ейәнсура районының «А7 Агро – РБ», Ғафури районының «Восход СТ» һәм Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге агропредприятиеһында һанлы трансформациялар тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.

Әйтәйек, Калинин исемендәге агропредприятиела һанлаштырыу һөт һәм ит етештереүҙе контролдә тоторға мөмкинлек бирәсәк. Һөҙөмтәлә һөт етештереү – 7 процентҡа, ит етештереү 15 процентҡа тиклем үҫәсәк. Был 123 миллион һум күләмендә өҫтәмә килем бирәсәк. Ә Ейәнсура районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһы килеме 114,5 миллион һумға тиклем артасаҡ.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: