Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2022, 11:01

Журналистарға яңы ярҙам саралары булдырыла

Махсус операция биләмәһендә эшләгән журналистар хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға тиңләнәсәк.

Журналистарға яңы ярҙам саралары булдырыла
Журналистарға яңы ярҙам саралары булдырыла

Рәсәй Журналистары союзы рәйесе Владимир Соловьёв союздың съезында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан журналистарға "хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы" статусын бирергә тәҡдим итте. Тәҡдим йәмәғәт ойошмаһының резолюцияһына индерелде.

Соловьёв шулай уҡ мобилизацияланған журналистарға хәрби хәбәрсе булып эшләү мөмкинлеген бирергә тәҡдим итте. Уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәген белдерҙе.

Кисә Владимир Соловьёв йәнә РФ Журналистары союзы рәйесе итеп һайланғайны. Шулай уҡ кисәге мөһим ваҡиғаларҙың береһе - илебеҙгә яңы ҡушылған төбәктәрҙә союздың бүлексәләре булдырылды.

- Журналистар союзы артабан да төбәктәрҙә эшләп килгән журналистар ойошмаларын нығытыу һәм үҫтереү менән шөғөлләнәсәк, - тип белдерҙе Соловьёв.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: