Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2022, 21:00

Биш башҡорттоң алғы һыҙыҡтағы батырлығы

Ниһайәт, көстәрҙе тупланыҡ, яйлап һөжүмгә күсергә маташабыҙ. Ҡала тулыһынса тиерлек ҡамалған. Разведка-диверсион төркөм дошман оборонаһын ҡапшай башланы. Бер төркөм икенсеһен алмаштыра, тәүгеләре ашап, хәл ала ла, припастар йыйып кире килә. Көтмәгәндә бер төркөмөбөҙ алға үтеп, ҡамауҙа ҡалды, атыш башланды, 5 һалдат утыҙ-ҡырҡ кешегә ҡаршы һуғыша. Уларҙы сығара алмайбыҙ, дошман артиллерияһы башты ла ҡалҡытырға бирмәй. Беҙҙең төркөм ҡала буйлап тегеләй-былай йөрөй, тылға ла, алға ла үтә алмайҙар. Етенсе сәғәт китте, төркөмдөң аккумуляторҙары ултырҙы. Ниһайәт, көслө шартлауҙар араһынан егеттәр янына ҡалаға үтеп индек, яйлап ҡына урам буйлап барабыҙ.

Көтмәгәндә украиндар ҡысҡыра, беҙҙең төркөмдө пленға алмаҡсылар. Дошман ҡайҙа ултырғанын күрәбеҙ, ә беҙҙекеләрҙе – юҡ. Шул саҡ ҡолаҡҡа ят көй ишетелде. Һуңынан ғына ҡурайҙа уйнауҙарын, “Уралым” көйө икәнен белдек. Баҡһаң, төркөм тик башҡорттарҙан ғына торған, отставкалағы офицерҙар, үҙ теләге менән Грозный аша СВО-ға килгән. Башҡорттар һуңғы алышы алдынан ҡурайҙа уйнарға тотонған булған, подвал ишеге төбөндә гранаталар әҙерләгәндәр, бирелергә теләмәгәндәр.

Беҙ һөжүмгә күстек, көслө атыш тауыштары мәлендә лә ҡурай моңо тынманы. Башҡорттар атыш тауыштары беҙҙеке булыуын, уларҙы ҡотҡарырға килеүебеҙҙе белмәне. Бына, исмаһам, рух, башҡалар үҙ ирке менән бирелер йә илап ултырыр ине. Ә улар һуңғы һулышынаса үҙ рухына тоғро.

Егеттәрҙе подвалдан сығарып алдыҡ, тик бишәүҙең береһе генә атлай ала ине, ҡалғандары ауыр яраланғайны. Ҡырҡты үткән ирҙәр, ысын офицерҙар, тәжрибәлеләр, эх, шундайҙар күберәк булһа ине! Теге ҡурай берәүһенең ҡулында, ике өлөштән торған көпшә, тимер. Беҙҙе күргәс кенә башҡорттар илап ебәрҙе. Беҙ ҙә уларға ҡушылдыҡ, ир-егеттәр ҙә һыҡтар саҡтар була...

Глеб Стальский.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: