Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2022, 16:49

Башҡортостанда ишеү слаломын үҫтереүселәрҙең береһе

Радий Хәбиров ишеү слаломы буйынса билдәле тренер Валентина Егорованы тыуған көнө менән ҡотланы.

Башҡортостанда ишеү слаломын үҫтереүселәрҙең береһе
Башҡортостанда ишеү слаломын үҫтереүселәрҙең береһе

"Тура эфирҙа Башҡортостан спортсыһы, каноэ һәм байдаркала ишеү буйынса донъя чемпионаттары призеры Алһыу Минәжева Өфөлә ишеү слаломы үҙәге төҙөү тураһында һорау биргәйне. Уны беҙ 2024 йылда асырға планлаштырабыҙ. Тағы ла бер тапҡыр шуны әйтергә кәрәк: спортсыларыбыҙҙың халыҡ-ара ярыштарҙа ҡаҙаныштары булмаһа, бындай объект төҙөүгә йөкләмә алмаҫ инек.  

Бөгөн йола буйынса "Башҡортостандың Һоҡланғыс кешеләре" рубрикаһын дауам итә. Башҡортостанда ишеү слаломына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Алһыу Минәжеваның тәүге тренеры – Валентина Петровна Егорова тураһында һөйләмәксемен. Ул спорт эшмәкәрлеген 1989 йылда "Нефтепроводмонтаж" тресында йәмәғәт башланғысында дөйөм физик әҙерлек буйынса тренер булып башлай. 1992 йылдан “Тулҡын” үҫмерҙәр клубында уҡытыусы булып эшләй. Оҙаҡ йылдар йәш спортсылар тәрбиәләй, уларға эшһөйәрлек, сыҙамлыҡ, еңеүгә ынтылыш кеүек сифаттарҙы һеңдерә. Меңләгән малай һәм ҡыҙҙарға ҡаяға үрмәләргә, һыуға сумырға, байдаркала ишергә, һыбай йөрөргә өйрәтә. 1998 йылда Валентина Егорова каноэ һәм байдаркала ишеү буйынса олимпия резервындағы Спорт мәктәбенә тренер булып урынлаша. Уның тәрбиәләнеүселәре ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа еңеүҙәр яулай. Өфөлә ишеү слаломы үҙәге файҙаланыуға тапшырылғас, унда һөнәри әҙерлек һәм юғары һөҙөмтәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.

28 октябрҙә Валентина Егорова тыуған көнөн билдәләне. Хөрмәтле Валентина Петровна! Һеҙгә сәләмәтлек, бөтмәҫ көс һәм яңы ҡаҙаныштар насип булһын! Республикабыҙҙың барлыҡ тренерҙарына именлек, тыныслыҡ теләйем", - тип яҙған республика етәксеһе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: