Ауылдашыбыҙ, Әтектә йәшәүсе Ринат Миңлеғәле улы Хәмитов мәсет бураһын килтерҙе. Өмәсәләргә ҡорбанлыҡ тәкәне Күгәрсен районы Мораҡ ауылы шәхси эшҡыуары Азамат Марат улы Сәйфетдинов бирҙе.
Өмәсе ир-егеттәрҙе ашатырға ярҙам иткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға: аш бешереүселәргә, өҫтәл әҙерләүселәргә, өйҙән бешереп килтереүселәргә һәм шулай уҡ, бағыусылар Нурсәнә Тимерхан ҡыҙы Зариповаға һәм Саманта Хәбир ҡыҙы Сирбаеваға ҙур рәхмәт. Әжер сауаптары насип булһын барығыҙға ла! - тиелгән соцселтәр яҙмаһында.