«Илебеҙҙе йәш егеттәр һаҡлағанда беҙ өйҙә ултыра алмайбыҙ. Хәрбиҙәргә, улдарыбыҙға һәм туғандарыбыҙға беҙҙең тәжрибә кәрәк! Беҙ уларға еңеү яуларға ярҙам итә алабыҙ!» - тип мөрәжәғәт иткәйне видео аша хәрби бәрелештәр ветерандарына Артур Йомағужин.
Батальонға "ҡыҙыу нөктә"ләрҙә хеҙмәт иткән һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ир-егеттәр саҡырылды. Тәүге ике көндә үк батальонға ҡушылып теләк белдереп 300 кеше мөрәжәғәт иткән, башҡа төбәктәрҙән дә шылтыратыусылар булған, һөҙөмтәлә йәмғеһе 700-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән.
Был башланғысты бизнес вәкилдәре лә күтәреп алған. Күптәр матди һәм финанас ярҙам тәҡдим итеп штабҡа мөрәжәғәт иткән. Был маҡсатта мәрхәмәтлек фонды булдырыу ҡарар ителгән.
- Фонд йәмәғәт ойошмалары һәм ветерандар советы контролендә. Вәғәҙә бирәм, беҙгә килгән һәр тин фронтҡа ебәреләсәк, - тип белдерҙе Артур Йомағужин.
Батальондың филиалдары Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Сибайҙа, Сәрмәндә, Иҫке Собханғолда һәм Малаяҙда асылды.
- Беҙҙән һәр саҡ һорайҙар, ни өсөн батальон штабтары тап әлеге ауылдарҙа асылды? Яуап ябай. Беҙ филиал асыу урынын һайламайбыҙ, ғөмүмән, уларҙы үҙебеҙ асмайбыҙ. Был - битараф булмаған егеттәрҙең инициативаһы, - тип яҙҙылар батальондың рәсми төркөмөндә.
Был аҙнала Радий Хәбиров батальонға ярҙам итәсәген белдерҙе.
- Беҙ өсөнсө ирекле батальонға ярҙам итеүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Техника, обмудирование һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итәсәкбеҙ. Артабан да ярҙам булып торасаҡ. Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн түләүҙәр булдырыласаҡ, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Яҡын көндәрҙә батальон хәрби әҙерлек урынына юлланасаҡ, ә һуңынан Рәсәй гвардияһы составында махсус операция биләмәһенә ебәреләсәк.