Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2022, 12:52

Әминә Шафиҡова — Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры

Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова 1974 йылдың 24 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында тыуған. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Әминә Шафиҡова — Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры
Әминә Шафиҡова — Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры

Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы (24 март 1974 йыл) — башҡорт дәүләт эшмәкәре, музыкант-пианист. 2012 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры[1]. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2002). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).

Урта махсус музыка мәктәбен һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (профессор Н. Г. Хәмиҙуллина класы) тамамлай.

1997—1999 йылдарҙа Ҡазан дәүләт консерваторияһында ассистентура-стажировка үтә[2].

2004 йылдың сентябренән 2008 йылдың октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, милли һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең баш консультанты.

2008—2010 йылдарҙа — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының өҫтәмә белем биреү буйынса проректоры.

2010 — 2012 йылдарҙа — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы ректоры.

2012 йылдың 5 октябренән — Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы «Мәҙәниәттә һәм сәнғәттәге хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланы.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: