Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2022, 13:16

Өлфәт Мостафиндың вафатына ике йыл...

Радий Хәбиров Өлфәт Мансур улының тыуған ауылына барып ҡайтҡан.

Өлфәт Мостафиндың вафатына ике йыл...
Өлфәт Мостафиндың вафатына ике йыл...

Тик бөгөн Өлфәт Мостафин үҙе лә, әсәһе лә был яҡты донъяла юҡ. Өфө ҡалаһы мэры ике йыл элек ошо көндә мәрхүм булғайны. Быйыл 12 июлдә 91-се йәшендә уның әсәһе Миләүшә инәй ҙә китеп барҙы.   

Радий Хәбиров бөгөн Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында, Мостафиндарҙың йорто алдында төшкән фотоһы менән уртаҡлашты.  

«Тормош ҡанундары аяуһыҙ. Беҙ яҡындарыбыҙҙы юғалтабыҙ. Әммә беҙҙең менән кешеләр һәм уларҙың эше тураһындағы хәтер, уларҙың йылыһы ҡала. Иманым камилым, яҡындарыбыҙ ташлап киткәндә лә уларҙың рухтары беҙгә көс һәм аҡыл бирә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!» - тип яҙған республика етәксеһе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: