Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы Йосопова 1967 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Федоровка районы Бала Сытырман ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Белем алыуын артабан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында дауам итә һәм уны 1990 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай. Республиканың Дәүләт телерадиокампанияһы системаһында 30 йыл самаһы эшләй. Күп шиғырҙар һәм хикәйәләр авторы. Уның әҫәрҙәре республика матбуғатында донъя күрә, шулай уҡ Проза.ру һәм Стихи.ру милли серверҙарында баҫыла. 2021 йылда "Киләсәккә хат яҙам" тигән тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрҙе.
Юлай Кәримов фотоһы.