Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2022, 12:01

Һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булыр тип көтәбеҙ

Радий Хәбиров көнбағыш урыу кампанияһы хаҡында яҙҙы.

Һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булыр тип көтәбеҙ
Һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булыр тип көтәбеҙ

«Башҡортостан аграрийҙары көнбағыш урыуҙың экваторына етте. Бөгөнгә 280 мең тонна уңыш йыйылған, бер гектарҙан яҡынса 15 центнер уңыш. Быйыл был культураға 300 мең гектар ер бирҙек. 

Сағыштырыу өсөн, былтыр уңыш 300 мең тоннанан ашыу булған, быйыл һөҙөмтәләр күпкә юғарыраҡ буласаҡ. Көнбағыш йыйыуға тап әлеге кеүек һалҡынса һауа торошо ҡулай. 

Башҡортостан үҫемлек майы етештереү буйынса иң алдынғы туғыҙ төбәк иҫәбенә инә. Былтыр беҙҙең ике май экстракцияһы заводы 326 мең тонна продукт етештерҙе. Республикабыҙ – илдә май экспортлау буйынса иң алдынғы ун төбәктең береһе. 2021 йылда экспорт күләме 232 миллион доллар тәшкил иткән. Быйыл һөҙөмтәләр, һис шикһеҙ, юғары яҡшыраҡ булыр тип көтәбеҙ.

Әйткәндәй, көнбағыш майын эре заводтар ғына етештермәй. Башҡортостанда был эш менән фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперативтары ла шөғөлләнә. Уларҙың продукты үҙенсә уникаль», – тип уртаҡлашҡан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булыр тип көтәбеҙ
Һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булыр тип көтәбеҙ
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: