Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2022, 16:28

"Г" хәрефенә шиғырҙар...

Гөлкәй гөлдәр үҫтерә,Гөлдән хуш еҫ бөркөлә.(З.Биишева) #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

"Г" хәрефенә шиғырҙар...
"Г" хәрефенә шиғырҙар...

Гөлбаҡсабыҙ гөрләй

Гөлбаҡсабыҙ  ғөрләүектәй  гөрләй,

Гөлбаҡсабыҙ ғөжләй, геүләй гел-гел,-

Гәпләшһәләр Гөлнур,Гөлдәр,Гөлкәй,

Гәпләшһәләр Гәүһәр, Гөлшат, Гөлгөл.

( Әсхәл Әхмәт-Хужа).

 

Гүйә гүзәллек арттырып,
Гөлтөлдәне гөлйемеш.
Гүзәл, Гәүһәр һыу һипһәләр,
Гөрләп бирер мул емеш.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)

 

Гөлгөл онотмай һыу һибә
Гөлдәренә һәр көндө.
Гөр-гөр гөрләй күк күгәрсен,
Гел маҡтай ул Гөлгөлдө.
(Ә.Таһирова)

 

Юлай Кәримов.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: