Радий Хәбиров яуап итеп, алғы һыҙыҡтан ебәрелгән бер яҙманы тыңлатты.
Батальондың бер бүлеге 7 кешенән торған төркөмгә ҡаршы һуғышҡан, хәрбиҙәр уларҙың позицияһына үткән һәм нацистарҙы юҡ иткән. Хатта берәүһен пленгә алырға өлгөргән. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был яҙмала яҡташыбыҙ хәрби задание буйынса командирына отчет бирә.
- Бына яҡташтарыбыҙҙың хәл-торошо. Мин быны кинәнес менән күрһәтмәйем. Беҙҙең яҡтан да, теге яҡтан да кешеләр һәләк була – был ҡот осҡос. Егеттәребеҙҙең кәйефе хәрбиҙәрсә, - тине төбәк башлығы.
Шулай уҡ тура эфирҙы алып барыусылар Шайморатов исемендәге батальон ярты сәғәт элек ебәргән видеояҙманы күрһәтте.