Улым ҡыҙҙар кеүек тиеп
Маҡтанырға яҙмаһын -
Ир булып үҫһен малайҙар,
Илап-ебеп тормаһын!
Бер улыңды ун ҡыҙға ла
Алмашырлыҡ булмаһын,
Үҙ урынын белһен һәр кем,
Донъялар буталмаһын.