Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 14:30

Өфөлә Ҡәнзәфәр бейҙең 490 йыллығына конференция үтәсәк

Ул тәүгеләрҙән булып башҡорттарҙы Рус дәүләтенә ҡушыу тәҡдимен күтәреп сыға.

Өфөлә Ҡәнзәфәр бейҙең 490 йыллығына конференция үтәсәк
Өфөлә Ҡәнзәфәр бейҙең 490 йыллығына конференция үтәсәк

Иртәгә Өфөлә Мең ырыуы башлығы, башҡорттарҙы Рус дәүләтенә ҡушыу тәҡдимен күтәргән Ҡәнзәфәр бейҙең 490 йыллығы айҡанлы фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк.

— Ҡәнзәфәр бей үҙен зирәк һәм алдынғы ҡарашлы дәүләт эшмәкәре итеп күрһәткән, ауыр заманда ваҡиғалар үҫешен дөрөҫ йүнәлешкә ебәргән һәм аҡыллы сәйәси ҡарар ҡабул иткән. Был саҡта делегация етәксеһе Ҡәнзәфәр бейгә ни бары 21-22 йәш кенә булған, — тип белдерә "Мең ырыуы" йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Әхнәф Тимербулатов.

1553-1554 йылдарҙа Ҡәнзәфәр бей етәкселегендәге башҡорт ырыуҙары делегацияһы иң тәүгеләрҙән булып Рәсәй империяһына ҡушылыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Был республикабыҙ тарихындағы иң мөһим сәйәси ваҡиға тип иҫәпләнә. 

Түңәрәк өҫтәл "Башҡортостан" дәүләт концерт залында, иртәнге сәғәт унда башлана.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: