Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 21:58

Бәләкәй ҡыпсаҡтар ҡыуана

Бөрйән районының Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы халҡы үҙ аҡсаһына спорт залы төҙөй башлаған. Бөгөн тура эфирҙа Радий Хәбиров объектты төҙөп бөтөргә ярҙам итәсәген белдерҙе.  

Бәләкәй ҡыпсаҡтар ҡыуана
Бәләкәй ҡыпсаҡтар ҡыуана

"Уррааа, иптәштәр! Күпме хаттар, мөрәжәғәттәр яҙылды һәм беҙҙе Хәбиров үҙе ишетте! Спорт залыбыҙҙы төҙөшөп бөтөргә мотлаҡ ярҙам итәм, тине!" - тип социаль селтәрҙә ҡыуана бәләкәй ҡыпсаҡтар.

Радий Хәбиров бөрйәндәрҙең һорауына үҙе яуап бирергә теләк белдерҙе.

"Ауыл ир-егеттәре йыйылып спорт залы төҙөй башлаған. Был идеяны күтәрергә кәрәк, минеңсә. Район башлығына йөкмәтәм: 2 миллион 300 мең һум аҡса талап ителә, финанслау мөмкинлектәрен эҙләргә кәрәк", - тине республика етәксеһе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: