Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 09:33

Бөгөн яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың тыуған көнө

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов 1988 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ы Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн  яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың тыуған көнө
Бөгөн яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың тыуған көнө

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы (27 октябрь 1988 йыл) — матбуғат эшмәкәре, яҙыусыжурналист. 2020 йылдың 17 февраленән «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының колегия ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар (2014) һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов 1988 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ы Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәһе — Гөлнур Нурғәли ҡыҙы Байымова (1957—1997), атаһы — Ғиззәт Мөхәррәм улы (1950—2001) — икеһе лә яман шеш (рак) ауырыуынан вафат була. Бала саҡтан үкһеҙ етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. 2011 йылда, БДУ-ның 5-се курсында уҡығанда, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегенә эшкә саҡырыла. 2011—2016 йылдарҙа ошо баҫмала хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.

2020 йылдың февралендә Айгиз Баймөхәмәтов «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде һәм бер ук ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының колегияһы составына индерелде.

2020 йылдың июнендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

"Башҡорт Википедияһы".

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: