"Башҡорт сода компанияһының бүлендек ойошмаһы «Эколь» илебеҙ баҙары өсөн яңы уникаль продукт – «Хәләл» стандарты буйынса кер йыуыу онтағы етештерә башланы.
Уның ябай порошоктан айырмаһы – составында. Үҫемлектәр нигеҙендә эшләнгән май урынына пальма майы ҡулланыла. Яҡын киләсәктә «Зифа Халяль» Башҡортосотан һәм Рәсәй сауҙа кәштәләренә ҡуйыласаҡ, БДБ илдәре менән дә һөйләшеүҙәр алып барыла. Продукцияны Төркиәгә, Иранға, Сәғүд Ғәрәбстанына һәм башҡа дәүләттәргә оҙатыу ҡарала.
Стәрлетамаҡтағы кер йыйыу онтаҡтары етештереү цехы оҙаҡ йылдар эшләй алманы. Уны 2020 йылдан тергеҙҙек. Яңы эш урындары булдырылды, яңы идеялар барлыҡҡа килде. Бөгөнгө иҡтисад шарттарында был бик мөһим", - тип яҙған республика етәксеһе.