Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 07:00

«Юлдаш»та тракторсы Файза тураһында бәйән

Радиола һәр йәкшәмбе эфирға сыҡҡан «Йәшәү йәме» тапшырыуы ябай хеҙмәт кешеләренең тормош юлын яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Рухи ҡиммәттәрҙе туплаған ғаилә именлеге, хеҙмәт емеше, күңел бөтөнлөгө – күптәр йәшәү йәмен ошо төшөнсәләр менән бәйләй. 
Баймаҡ районының Билал ауылында ғүмер итеүсе 99 йәшлек хеҙмәт һәм тыл ветераны Файза  Мостафа ҡыҙы  Юлама­нованың  тормош юлына боролоп ҡарау мөмкинлеге булһа, ҡыуаныслы ла, көйөнөслө лә, һикәлтәле лә оҙон ғүмер юлын күрер  инек. 
Тирә-йүнгә «тракторсы Файза» тигән даны таралған инәйҙең бала сағын ҡәһәрле сәйәси золом һәм  һуғыш йылдары урлай. Дүрт синыф белем алған ҡыҙға артабан  уҡыу мөмкинлеге эләк­мәй.  1936 йылда нахаҡҡа бәлә яғып, атаһы Мостафа ҡулға алынғас, «кулак балаһы» тип уҡырға алмайҙар.  Шулай итеп, ҡыҙ 13 йәшенән  ҡара тирен түгеп, колхоз эшенә егелә. Фермала иҫәпсе,  звеновод  булып эшләп йөрөгән еренән колхоз  уны тракторсылар курсына уҡырға ебәрә.
Өр-яңы, йылҡылдап торған «НАТИ»  тракторын  ауыҙлыҡлап ер  һөрә, иген сәсә, йәне-тәне менән баҫыу эшенә егелеп хеҙмәт итә.  «Ҡайҙа хәҙерге замандағы кеүек балаларға иғтибар! Өлкәндәре кабинала үҫте», – ти ул. Эргәһендә ултырған, инде 80–гә еткән Рәйсә апайҙы шул йылдарҙағы илаҡлығы өсөн һүҙ араһында шелтәләп алырға ла онотмай. Техника ҡатын-ҡыҙ ҡу­лын һиҙгәндәй «киреләнеп» тә ҡуя, бигерәк тә ҡаты һыуыҡтарҙа йылытып тоҡан­дырырға кәрәк булғанда, ябынып ятҡан юрғанының  мамығын да йәлләмәй тракторсы Файза.
Бер быуат ғүмер кисергән инәй йор һүҙле, үткер ҡарашлы, теүәл зиһенле булыуы менән таң ҡалдырҙы. Түккән хеҙ­мәтенең бер тамсыһы ла елгә  ос­маған.  Ҡар-боҙҙо иретерлек йән йылы­һын әле лә балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләсәләренә биреп, тыныс ҡына ғүмер һуҡмағынан атлай Файза Мостафа ҡыҙы.
Ашыҡмай ғына тормош дәфтәренең ап-аҡ биттәренә яҙмыш үҙ баһаһын ҡуя бара. Донъяның әсеһен-сөсөһөн татып та ауырлыҡтарға бирешмәй, кешеләрҙе, тормошто яратыу хисен һаҡлау – йәшәү йәмен юғалтмай ғүмер итеүсенең күңел торошона һис ниндәй дәрәжәгә лә алыштырмаҫлыҡ баһа түгелме?!.
Баймаҡ районының Билал ауылында йәшәүсе Файза Мостафа ҡыҙы Юла­манованың яҙмышы нәҡ шуны дәлилләй. 
«Йәшлек» гәзите уҡыусылары «Йәшәү йәме» тапшырыуын «Юлдаш» радио­һында  һәм https://bash.news/yuldash сайтында тыңлай ала.

Клара ШӘРИПОВА.

Читайте нас: