Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 12:03

СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөйәсәк

Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үткән брифингта һөйләнеләр.

СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөйәсәк
СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөйәсәк

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үткән брифингта БР транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Александр Клебанов СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә йәмәғәт транспортында йөрөүгә бирелгән льготалар тураһында һөйләне. 

- СВО-ла ҡатнашҡандарҙың урта белем биреү һәм урта-махсус белем биреү уҡыу йорттарында уҡыған, шулай уҡ вузда белем алған 23 йәшкә тиклемге балалары йәмәғәт транспортында көнөнә ике тапҡыр бушлай йөрөй аласаҡ. Бының өсөн йәмәғәт транспортында махсус карталар менән иҫәпләшергә кәрәк (Уҡыусы йә "Алға" картаһы, шулай уҡ «МИР» банк системаһы картаһы). Был муниципаль машруттарға ғына түгел, муниципаль-ара маршруттарға ла ҡағыла, - тине Александр Клебанов.

Поездарҙа һәм электричкаларға йөрөүгә килгәндә, был мәсьәлә хәл ителә – «РЖД» федераль компанияһынан ярҙам саралары көтөлә. 

Ярҙам саралары менән 1 ноябрҙән файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Бының өсөн белем биреү ойошмаһы етәкселегенә документтар тапшырырға кәрәк:
- СВО-ла ҡатнашыусының балаһынан ғариза (йә баланың законлы вәкиленән);
- тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ күсермәһе йә уллыҡҡа алыу тураһындағы документ (14 йәшкә тиклемге балалар өсөн);
- паспорт күсермәһе (14 йәштән өлкән балалар өсөн);
- граждандың СВО-ла ҡатнашыуын йә ҡатнашып ҡайтыуын раҫлаған документ копияһы;
- хәрби комиссариаттан граждандың СВО-ла ҡатнашыуын йә ҡатнашып ҡайтыуын раҫлаған белешмәләр күсермәһе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: