Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 10:03

СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ниндәй ярҙам саралары булдырыла?

1 ноябрҙән барлыҡ түләүҙәр һәм ярҙам саралары ғәмәлгә индереләсәк.

Кисә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн булдырылған ярҙам саралары тураһында һөйләне.

- Ярҙам сараларын булдырыу өсөн республика министрлыҡтары һәм ведомстволары норматив документтар ҡабул итә. Һәр министрлыҡ үҙенең документтар пакетын әҙерләй. Мәҫәлән, өс закондың береһе яҡын көндәрҙә ҡабул ителәсәк. Беҙҙе министрлыҡ документтарҙы әҙерләп, бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға тапшырҙы.

Ленара Иванова ярҙам алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында һөйләне. 

- Бер нисә мөмкинлек бар: ҡайһы бер льгота биргән учреждениеға туранан-тура мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ (мәҫәлән, балаларға бушлай туҡланыуҙы юллау өсөн мәктәпкә) йә Күп функциялы үҙәктәргә (барлыҡ норматив хоҡуҡи документтар ҡабул ителгәс), "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша (Һанлы үҫеш министрлығы тейешле техник мөмкинлек булдырғандан һуң).

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: